Пост канала
Анон. Студент саҡтағы хәлдәр бик ҡыҙыҡ та ҡыҙғаныс та була торғайны. Туғыҙынсы синыфты тамамлап городка уҡырға индем. Ике апайым Сибай ҡалаһында уҡып йөрөйҙәр ине ул ваҡытта пед колледжда. Йома етһә бөтә студент ҡыҙҙар һәм егеттәр ауылға ҡайтыр өсөн вокзалға барып автобусҡа ултырып ауыл яғына ҡарай, попутный машина көтәбеҙ. Яйлап- яйлап, берәмләп городтан килеп торалар ҡайһы берҙәре, ете һигеҙ кеше булып китәбеҙ. Ул ваҡыттарҙа машиналар һирәк йөрөй торғайны ауылда, бер нисә кешенең генә машинаһы бар ине. Машина килеп сыҡһа икешәрләп, өсәрләп ҡайта торабыҙ, ҡалғандарыбыҙ тағы ла машина көтәбеҙ. Шулай итеп бер көнө ике апайым һәм мин машина көтөп торабыҙ. Машина юҡ та юҡ, кис етте күрше ауылда йәшәгән тыуғандарға барғы килмәй бит инде. Аҙна һайын былай ҙа ҡайта алмай ҡалһаң барып йоҡлап, иртәнсәк юлға сығып ҡайтып китәбеҙ, бер көн өсөн генә ауылға ыҙалыҡ менән ҡайтыла торғайны. Шулай юлда өсәүләп ҡайтырға өмөтләнеп торабыҙ инде. Әҙерәк торайык әле, хәҙер машина килә тип күҙҙе алмай юлға ҡарайбыҙ. Күҙ эленә башлағайны эргәбеҙгә мотоцикл менән бер ҙур кәүҙәле егет килеп туҡтаны, эсеп алған. Туҡтаны ла ҡыҙҙар әйҙә танышайыҡ ти, беҙ бар юлында бул! беҙ танышмайбыҙ тинек, Юҡ! эскән кешегә әйттең ни әйтмәнең ни, һөйләнеп тик тора. Эргәгә килеп апайымдар ҙы ҡосаҡлай башланы, этеп ебәрәләр кире килеп йәбешә. Әрләп ҡарайҙар тыңламай. Миңә ул ваҡытта 16 йәш ине. Иң кесеһе булғас миңә өндәшмәй иҫерек егет. Ҡотолоп ҡына булмай, бер ваҡыт психланып һуғырға ынтыла башланы апайҙарыма. Мин ҡарап торҙом да түҙемлегем етмәне, ҡулды йоҙроҡлап тороп алдым да, тегенең башына бер һуҡтым, мотоциклы менән ҡуша ҡолап китте. Апайымдарҙың күҙҙәре шарҙай булып аптырап ҡалдылар, бәләкәс кенә кәүҙәле ҡыҙ шундай ҙур егетте осора һукһын әле. Әрләй - әрләй тороп килә теге егет, апайым әйтә әйҙә ҡастыҡ, тип ҡулдан етәкләп алды, мин юҡ ҡасмайым! тип ҡарап торам. Теге тороп килә ине мине елтерәтеп алып, урманға ауыл яғына ҡарай ҡастык, теге егеттең киткәнен көтөп торҙоҡ. Ул киткәс кире юлға сығып торҙоҡ, минән көләләр но шәп иттең әй, осоп барып төштө, нисек улай көсөң етеп һуға алдың ул? тип аптырайҙар. Шулай аптыранып торған арала алыҫта яҡтылыҡ күренде, ауылға ҡайтып барған машина килә ине. Килеп туҡтап беҙҙе ултыртып алды.Шулай итеп ауылға ҡайтып булыуына ныҡ ҡыуандыҡ.Ҡайһы ваҡыт, машина килеп сыҡһа ла беҙҙе ултыртмай икенсе ҡыҙҙарҙы ултыртып ҡайтып китһә, ҡыйын була торғайны, ни өсөн мине ултыртманы? тип йән көйөп тороп ҡалабыҙ. Ҡайһы берәүҙәре алты ете кешене ултыртып алып ҡайтып китә, береһен дә ҡалдырып киткеһе килмәй, әй һәйбәт кешеләр була бит ул! рәхмәт инде беҙҙе машина менән ташып, бәләкәй генә машиналарына күпме кешеләрҙе һыйҙырып алып ҡайтып йөрөүҙәре өсөн. Күпме йылдар үтһә лә онотолмай. Хәҙер инде ыҙалайһы юҡ Аллаһҡа рәхмәт. Бөтәбеҙҙең дә машиналарыбыҙ бар ҡасан теләйбеҙ шунда сығып китәбеҙ, теләгән ваҡытта ҡайтып инәбеҙ. Донъялар яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Һаулыҡ ҡына булһын инде.
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 110
- ER
- 4,8%
- Реакции
- 53