Перейти к содержимому

Пост канала

Икәү генә белер серҙәр бар
  1. фото

    🌿 Ырыҫ-бәхет асҡыс­тары – иман һәм уның өлөштәре һаналған изге ғәмәлдәр. Шуларға өлгәшергә тырыш. 🌿 Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – тормошоң яйланыр. 🌿 Ҡөрьәнде йышыраҡ уҡып, мәғәнәһенә төшө­нөргә тырыш. 🌿 Башҡаларға изгелек ҡылһаң, үҙеңде бәхетле тойорһоң. 🌿 Йөрәгеңде асыу, көнсөллөк, нәфрәт, һа­ранлыҡ кеүек насар тойғоларҙан таҙарт. 🌿 Файҙаһыҙ эштәрҙән – ғәмәл­дәрҙәге, ара­ла­шыу­ҙағы, туҡланыу­ҙағы самаһыҙлыҡтан – һаҡлан. 🌿 Үткәндәр тураһында күп уйлама – уларҙы барыбер ҡайтарып булмай, алдағы хаҡында йыш хыял ҡорма – киләсәгең әле етмәгән. Ғүмереңдең һәр көнөн матур, файҙалы итеп үткәрергә ынтыл. 🌿 Яман уй-фараздарҙан, шик-шөбһәләрҙән һаҡлан. 🌿 Ғәфү итергә, рәхимле булырға өйрән. Асыуланма. Ғүмерҙең бик ҡыҫҡа икәнен онотма. 🌿 Кемдер һиңә яман һүҙ әйтә икән, был хаҡта күп уйланма. Гонаһы бит ул кешенең үҙенә төшә. 🌿 Гелән яҡшы уйҙа бул, насарҙа­рынан һаҡлан. 🌿 Һәр кемдең яҡшы яғына иғтибар ит, кәм­селектәренә күҙ йом. Камил кеше юҡ, был һинең үҙеңә лә ҡағыла. 🌿 Ғәйбәткә ышанма. Баш­ҡаларҙың кәмсе­лек­тәрен эҙләмә, хаталанғандарын күреп көлмә. Был үҙеңә лә, уларға ла бәхет килтермәҫ. 🌿 Аллаһ Тәғәләгә һәр ваҡыт доға ҡыл. Унан ғәфү үтен, ярҙам һора, нәфел намаҙҙар уҡы, өҫтәмә ураҙалар тот – йән-тәнең­дең яйлап таҙарына барыуын тойорһоң. (“Ҡайғырма!” китабынан).

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 131
    ER
    1,5%
    Реакции
    17