Пост канала
Анонимно. Хәтирәләрҙән. Беҙ бала саҡта атай эсте, боларҙы, иреш- талаш.. Иҫкә төшһә тән зымбырлап китә.. Бер мәл өйҙәгеләгә "нимәгә эсәһегеҙ ул? Ниндәй ҡыҙығы бар эсеүҙең? Үҙем ҙурайғас бер тамсы ла эсмәйем!" тип әйткәнем иҫемдә. Шул ваҡыт "ҡарарбыҙ" тигән яуап алдым.. Шул диалогтан һуң 10 - 15 йыл ваҡыт үткәндер. Хәҙер инде ҙур үҫтек, үҙемдең ғаиләм бар. Әйткән һүҙ - атҡан уҡ тейҙәрме әле? Аллаға шөкөр ғаиләм менән айыҡ тормош алып барабыҙ, тормош иптәшем эсмәй, тартмай. Күҙҙәр генә тейеп ҡуймаһын бер үк. Тормошто эсмәй ҙә ҡыҙыҡ, мәғәнәле, матур итеп йәшәп була икән, дуҫтар! Әйтер һүҙем шул!
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 199
- ER
- 4,9%
- Реакции
- 59