Пост канала
- видео
Өләсәйем рецебы буйынса голубцы, - тип тәҡдим итә бер егет. Башҡорт телендә был ризыҡты «кәбеҫтә япраҡтарына төрөлгән ит» тип йәки русса атамаһын ҡалдырып, «голубцы» тип йөрөтәләр. 1 кәбеҫтә, 1 кг теләгән ит фаршы, 150 г аҡ һуған, 200 г дөгө ярмаһы, 60 г кинза, укроп, петрушка, базилик, 1,5 ҡалаҡ томат пастаһы, 1,5 балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ төйөлгән ҡара борос, 1 балғалаҡ паприка, 200 мл ҡайнар һыу. Соус өсөн: 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1 татлы борос, 1,5 ҡыҙыл һуған, 1,5 ҡалаҡ томат пастаһы, самалап чили боросо, 2 бүлкәт һарымһаҡ, 400 г уҙ һутындағы помидор, 1 л ҡайнар һыу. Итте кәбеҫтә япрағына төрөп голубцыны әҙерләгәс, ҡалын төплө ҡаҙанда талғын утта 30 минут быҡтырабыҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын 🌿
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 543
- ER
- 1,2%
- Реакции
- 18