Перейти к содержимому

Пост канала

Тәмле табын
  1. видео

    Ҡабаҡ һәм сырҙан ҡоймаҡ Кәрәкле ризыҡтар: 250 г моцарелла сыры, 600 ил кефир (2,5%), 2 йомортҡа 80 г йәшел һуған, 50 г укроп, 200 г ҡабаҡ, 300 г он, 1 балғалаҡ тоҙ, 2 балғалаҡ шәкәр, 1 ҡап ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), аҡ май. Әҙерләү: 1. Ҡабаҡты әрсейбеҙ һәм ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ, сырҙы эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. 2. Һуған менән укропты ваҡ итеп турайбыҙ, кефирҙы 40 градусҡа тиклем йылытып алабыҙ. 3. Һауытта бөтә ризыҡтарҙы бер төрлө ҡуйы массаға тиклем бутайбыҙ һәм үҫемлек майында, ҡапҡасын ябып, иң бәләкәй утта ике яҡтан ҡыҙҙырабыҙ. 4. Әҙер ҡоймаҡтарҙы аҡ май менән майлайбыҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 496
    ER
    0,5%
    Реакции
    8