Пост канала
- видео
🍊 Грек әфлисун бәлеше Шәрбәт (сироп) өсөн: Әфлисун һуты — 200 мл Шәкәр — 100 г Ҡамыр өсөн: Он — 150 г Манный ярмаһы — 150 г Шәкәр — 150 г Ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель) — 1 балғалаҡ Йомортҡа — 5 дана Иретелгән аҡ май — 200 г Әфлисун ҡабығы (цедра) — 1 балғалаҡ Сәтләүектәр Иң башта сироп әҙерләйбеҙ: 200 мл әфлисун һутын, 100 г шәкәрҙе 10 минут ҡайнатабыҙ, һыуытабыҙ һәм һөҙәбеҙ. Ҡамыр өсөн ингредиенттарҙы - ондо, манный ярмаһын, шәкәрҙе, ҡамыр йомшартҡысты биш минут бутайбыҙ. Уларға 200 г иретелгән аҡ май, ваҡланған әфлисун ҡабығын (цедра) өҫтәйбеҙ. Ҡамырҙы формаға ҡойоп, 180° температурала 30 минутҡа мейескә ҡуябыҙ. Эҫе бәлеште сәнске менән тишкеләп, шәрбәт һалабыҙ. Өҫтөнә сәтләүектәр һибәбеҙ. Сәйегеҙ тәмле булһын! 🫖
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 276
- ER
- 0,2%
- Реакции
- 2