Пост канала
- видео
Төрөлгән «Цезарь» 3 түңәрәк лаваш (тортилья), Тауыҡ ите фаршы — 300 г, Тәмләткестәр — тәменсә (миңә тауыҡ өсөн тигәне оҡшай) — 1 балғалаҡ, Аҡ күсәнле салат, черри помидорҙары. «Цезарь» соусы өсөн: Грек йогурты — 150 г, Ҡырғыстан үткәрелгән сыр — 30 г, Ярмалы гәрсис (зернистая горчица) — 1 балғалаҡ, Лимон һуты — 1 балғалаҡ, Һарымһаҡ — 1 бәләкәй бүлкәт (таҙартылған, иҙгес аша үткәрелгән), Тәмләткестәр (тоҙ, ҡара борос) — тәменсә. Соус өсөн бөтә ингредиенттарҙы бутайбыҙ. Соусҡа черри помидорҙарын һәм аҡ күсәнле салатты өҫтәп, бутайбыҙ (шулай итһәң, салат кетерҙәп кенә торор). Фаршҡа тоҙ, тәмләткестәр ҡушып бутайбыҙ ҙа, ләүәш өҫтөнә йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ. Табала ҡыҙҙырабыҙ: тәүҙә фаршлы яғын — ябыҡ ҡапҡас аҫтында 2–3 минут, шунан табаның фарштан ҡалған артыҡ майын һөртөп, икенсе яғынан ҡытырҙап торғансы ҡыҙҙырабыҙ. Помидор һәм салат ҡушылған соусты ләүәштең фаршлы яғының яртыһына һалабыҙ, өҫтөнә сыр һибергә мөмкин, уртаға бөкләйбеҙ. Ҡытырҙап торған ризыҡты шунда уҡ табынға бирергә кәрәк. Бик тәмле була!
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 494
- ER
- 0,5%
- Реакции
- 7