Перейти к содержимому

Пост канала

Кәңәш-төңәш
  1. Сентябрҙә ағас-ҡыуаҡтарҙы нисек тәрбиәләргә? ✔️Көҙ ямғырлы булһа ла, емеш ағастарының һәм ҡарағаттарҙың төбөнә һауа температураһы +8 градустан түбән булмаған саҡта мул итеп, йәғни һәр береһенә 5-7-әр биҙрә һыу ҡойоғоҙ. Был ҡыш көнө тупраҡ кибеп, ағастар дым етмәүҙән зыян күрмәһен өсөн кәрәк. Тик шуныһы:һыуҙы ағас төбөнә ул һеңә барырлыҡ итеп ҡойоғоҙ. ✔️Шунан һуң ағас-ҡыуаҡтарығыҙҙың төптәрен бысҡы табы, кипкән бесән , торф йәки компост менән ҡаплағыҙ. Был иһә ҡарһыҙ ҡыштарҙа уларҙың тамырҙарын туңыуҙан һаҡлар. ✔️Ә инде мул итеп серетмә һипһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ. ✔️Ағас-ҡыуаҡтарҙы ҡуяндар менән ҡуяндар кимереп тә зыянлай. Улар теймәһен өсөн махсус магазиндарҙа һатылған сеткаларҙы алып, ағас олонон уратып ҡуйығыҙ. Бындай мөмкинлегегеҙ булмаһа, пластик шешәләрҙең төбөн, баштарын ҡырҡып, шуларҙы изолента менән нығытып бәйләгеҙ. Ошо кәңәштәрҙе тотһағыҙ, киләһе йылда ла мул уңышҡа өмөтләнә алаһығыҙ.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 854
    ER
    0,9%
    Реакции
    16