Пост канала
- фото
Көйөргәҙегә сәйәхәт 🔥 Яҙыусылар союзының Йәштәр советы ойошторған "Хәтер юлы" был юлы Көйөргәҙегә сәфәр сыҡты. Маҡсат Ҡалта ауылында ерләнгән фронтовик әҙип, тәржемәсе Хөрмәт Бикҡоловтоң мәңгелек йортон тәрбиәләү, уның рухына аят-доғалар бағышлау ине. 🖊️ Совет етәксеһе, шағирә, журналист Таңсулпан Рәсүл, шағирә, журналист Айзилә Мортаева, журналист Гөлнур Ҡыуатова, ҡурайсы Айҙар Байтимеров Ермолаево ауылында Күмертау яҙыусылар берекмәһе етәксеһе Римма Арыҫланова, шағирә Гөлназ Искәндәрова, балалар яҙыусыһы, тарихсы, имам-хатиб Азат Хәлилов менән осрашып, яҙыусы ҡәберен тәртипкә килтерҙе. 🙂 Ә Яманғол ауылында коллегаларыбыҙ яҙыусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Раил Байбулатов ҡәберенә зыярат ҡылды, уның бер туған һеңлеһе Фәнүзә апай, ауыл старостаһы, имам-хатип Рәжәп Бәлхиев менән күреште. 📰 Был сәфәрҙең юл ыңғайында туҡталышы ла булды, ти журналистар. Мәләүез районының Ҡаран ауылында йәшәүсе Семеновтар - Гөлнур апай менән Федор ағай "Йәшлек" гәзитенә яҙылып - палатка, "Шоңҡар" журналынан сәйнүк отҡайны. Шул бүләктәрҙе тапшырып ҡайтырға ла яҙҙы.
Открыть в MAX- Просмотры
- 69
- ER
- 1,4%
- Реакции
- 1