Пост канала
- фото
Кемдәргә бәхет йылмайҙы? «Йәшлек» гәзите менән «Юлдаш» радиоһы МАКС каналдарына яҙылыусылар араһында 6000 һум аҡса уйнатҡайны. Бәхетле өс еңеүсенең исеме билдәле булды, уларҙың һәр береһенә 2 меңешәр һум аҡса күсерелде. 🥇 Тәүге еңеүсе – Хәйбулла районының Вәзәм ауылынан Миңзилә Теләүғолова. Ул 20 йылдан ашыу Әбеш почта бүлексәһен етәкләй. 💬 – «Ҡайҙа, уйнап ҡына ҡарайым әле, ҡыҙыҡ өсөн», – тип бөгөн иртән генә ҡушылғайным. Әле лә ышанып бөтмәйем. Ҙур рәхмәт! – ти Миңзилә ханым. 🥈 Икенсе аҡса отоусы – Краснокама районының Иҫке Бөртөк ауылынан Нелли Богаманова. Ул, татар районында йәшәһә лә, туған башҡорт телен онотмай. Башҡортса шиғырҙарҙы яттан һөйләп, уларҙы «Мин тормошто яратам» блогында баҫтыра, үҙе лә шиғырҙар ижад итә. Ауыл һәм район сараларында әүҙем ҡатнаша, матур итеп йырлай. Ғаиләһе менән үҙ магазиндарын да алып бара. 🥉 Өсөнсө еңеүсебеҙ – Бөрйән районының Яңы Усман ауылынан Мәрйәм Ҡолһарина. Ул рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, өс егет әсәһе. Бәхетле еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Открыть в MAX- Просмотры
- 93
- ER
- 2,2%
- Реакции
- 2