Перейти к содержимому

Пост канала

ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ
  1. фото

    📝ҺҮҘ - ҠӘЛӘМ ТИБРӘТЕҮСЕЛӘРГӘ Зәйтүнә АЙЫТБАЕВА ОЛО КЕШЕ Оло кеше сабый бала ише: Бер яңылыш һүҙгә үпкәләй, Яҡшы һүҙгә шундай балҡып китә, Салт ҡояшлы яҙғы иртәләй. Тигеҙ ерҙә абынып та китә - Көсө бөткән инде аяҡтың, Быуындар ҙа ҡайсаҡ тыңламайҙар Һәм ярҙамы кәрәк таяҡтың. Оло кеше шундай сабыр кеше: Тешен ҡыҫып түҙер барыһына, Һүҙ һөйләмәҫ аңын-тоңон белмәй, Ҡолаҡ һалыр кеше зарына. Был донъяла йәшәү - үҙе бәхет: Кисерһә лә күп саҡ һағышын, Баһа биреп уҙған ғүмеренә Ул күҙәтә заман ағышын. Күҙәтә ул йәштәр нисек йәшәй, Кәңәш бирә кәрәк сағында. Зирәк зиһен, уяу аҡыл булып Тора улар тормош һағында.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    346
    ER
    6,1%
    Реакции
    21