Перейти к содержимому

Пост канала

ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ
  1. фото

    📝ШАҒИР ҺҮҘЕ РӘШИТ НИҒМӘТИ ВАТАН Беҙҙең Ватан, ҡыҙым, матур, Ҡояштай балҡып тора; Тауҙары, зәңгәр болоттай, Күктәргә ҡалҡып тора. Һыуҙары, терегөмөштәй, Йылтырап ағып тора; Баҡсаларында емештәр Ерҙәргә тамып тора. Урмандар, әкиәт шикелле, Гөр килеп, шаулап тора; Ал, ҡыҙыл, зәңгәр сәскәләр Күҙҙәрҙе ялмап тора. Был илдә һәр ваҡыт яҡты, Был илдә һәр саҡ ал таң. Шул бына беҙҙең Тыуған ил, Шул бына беҙҙең Ватан.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    330
    ER
    7,0%
    Реакции
    23