Пост канала
- фото
✅Тарихты бергәләп яҙабыҙ 12 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә Махсус хәрби операция үткәреү осоронда Башҡортостан халҡының ҡаһарманлыҡ һәм хеҙмәт батырлыҡтары иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы комиссия ултырышы үтте. Ҡатнашыусылар республика халҡының хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары тураһында хәтерҙе һаҡлау буйынса башҡарылған эште тикшерҙе, шулай уҡ был өлкәлә яңы бурыстар билдәләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ошоға бәйле фекерен белдерҙе һәм Ватанды һаҡлаусылар тураһында хәтер Рәсәй йәмғиәте тормошонда һәр ваҡыт айырым урын биләй, тип билдәләне. Тулыраҡ: https://vk.ru/wall-109622739_103523
Открыть в MAX- Просмотры
- 431
- ER
- 1,9%
- Реакции
- 8