Перейти к содержимому

Пост канала

ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ
  1. фото

    ✏ШАҒИР ҺҮҘЕ Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ Исемеңде ҡомға яҙҙым, Дауыл сығып, ҡомдар туҙҙы. Күккә яҙҙым, йәйғор итеп, Арҡыс-торҡос йәшен һыҙҙы. Шәүләңде мин һыуға яҙҙым, һыуҙы ҡаплап болот ятты. Көн битенә төшөргәйнем, Ҡараңғы төн килеп япты. Бер йыуаныс таптым ҡапыл — Шунда ғына йәнем тынды. Ерҙә бер кем һыҙа алмай Йөрәгемдән һинең һынды.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    418
    ER
    3,8%
    Реакции
    16