Пост канала
- фото
🌐Өләсәйҙәр мәктәбе эшен дауам итә Бынан бер нисә йыл элек Әбеш ауылында башланып киткән "Өләсәйҙәр мәктәбе" бөгөн райондың ҡалған ауылдарында ла әүҙем дауам ителә. Йәш быуынға ололар тәрбиәһен биреү, онотола барған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән проект сиктәрендә Аҡнаҙарҙа ла ауылдың иң оло ағинәйе Ишҡыуатова Садиҡа инәйҙә ҡунаҡта булған бәләкәс ҡыҙҙар. - Ул үҙенең килен булып төшкәндә ҡәйнеш-бикәстәренә бүләккә нисә ҡулъяулыҡ, нисә таҫтамал бүләккә алып килеүен, бирнәһендә ниҙәр булғанын һөйләне, һәм әле лә сиккән таҫтамал алъяпҡыстарын, түшелдеректәрен күрһәтеп ҡыҙҙарға нисек эшләүен өйрәтте, әлеге фотоларҙа ул үҙенең 83 йәшендә сиккән таҫтамалдарын, алъяпҡыстарын күрһәтте. Ҡыҙҙар бик ҡыҙыҡһынып кейеп ҡаранылар. Әйткәндәй, инәйебеҙ өсөнсө быуын ейәнсәре Даринаға ла түшелдеректәр эшләп ҡуйған. Инәйгә ҙур рәхмәт киләһе быуынға үҙенең белгән һөнәрҙәрен өйрәтеп ҡалдырырға тырышыуына, - тип яҙа аҡнаҙарҙар.
Открыть в MAX- Просмотры
- 500
- ER
- 3,0%
- Реакции
- 15