Перейти к содержимому

Пост канала

Йырҙар
  1. "Һыу һибегеҙ гөлдәргә" йырының һүҙҙәре 1. Юлдарым буйлап киләмен, Елдәрем иҫә генә; Йылдарым балҡып һүнәләр – Ғүмерем иҫәбенә. Ҡушымта. Ғүмер балҡый, ғүмер балҡый Балҡыған күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. 2. Юлдарым буйлап киләмен, Йыр йырлап һөйгәнемә; Ҡанатландыра күңелде Һөйҙөрә белгән генә. Ҡушымта. Ғүмер балҡый, һөйөү балҡый Ҡанатлы күңелдәрҙә. Һөйөү бит ул гөлдәр кеүек, Һөйөү бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. 3. Юлдарым буйлап киләмен, Килмәйем, еләм генә. Йәшәүҙәр, йәшәү шикелле Дуҫтарым менән генә. Ҡушымта. Ғүмер балҡый, дуҫлыҡ балҡый – Ялҡынлы күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    2 084
    ER
    0,7%
    Реакции
    14