Перейти к содержимому

Пост канала

СибФ УУНиТ | Сибайский институт (филиал) Уфимского университета науки и технологий
  1. фото

    🎉 12 октябрь - Башҡортостандың Дәүләт гимнын һәм Дәүләт гербын ҡабул иткән көн! 📜 Заманса Башҡортостандың мөһим дәүләт символдары 1993 йылдың 12 октябрендә раҫланған. 🖼️ Башҡортостан Дәүләт гербының авторы - рәссам Фәзлетдин Ислахов. Гербта ҡалҡып килгән ҡояш ☀️ фонында, милли орнаменттар менән уратып алынған Салауат Юлаевтың һәйкәле 🐎 урынлашҡан. Аҫтараҡ -ҡурай таждары 🌼 һәм Республиканың дәүләт флагы төҫтәренә буялған таҫма 🟦⬜🟩. 🎶 Дәүләт гимны хаҡындағы закон да 1993 йылдың 12 октябрендә ҡабул ителде. Дәүләт гимны итеп Фәрит Иҙрисовтың «Башҡортостан» көйө алынды. 2008 йылда гимндың һүҙҙәре лә раҫланды. Уның авторҙары - Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев һәм билдәле ғалим Рәшит Шәкүр. #Башҡортостан #ДәүләтСимволдары #Герб#ФәритИҙрисов #РауилБикбаев #РәшитШәкүр #МиллиСимволдар #БашҡортостанРеспубликаһы

    Открыть в MAX
    Просмотры
    102
    ER
    1,0%
    Реакции
    1