Перейти к содержимому

Пост канала

Новости Мурсалимкино
  1. видео

    🫜🫜🫜 Сөмбөлә-уңыш байрамы-2026! 18.09.2026 Ҡарағол ауылы клубына , ауылыбыҙҙың әүҙемдәре, башҡорт халҡының боронғо байрамдарының береһе "Сөмбөлә " байрамына йыйылдылар. Клуб майҙанында «Көҙ байлығы" тигән күргәҙмә ойошторолдо, унда ауыл халҡы үҙҙәренең продукцияһын ҡуйҙы: өйҙә бешкән ризыҡтар, ҡышҡы әҙерләмәләр, шулай уҡ үҙ баҡсаларында үҫтерелгән йәшелсә-емештәрҙән композициялар куп ине. Байрам тантаналы асылыу менән башланды, унда милли кейемдәр кейгән алып барыусылар ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм «Сөмбөлә» байрамының тарихы һәм әһәмиәте тураһында һөйләп, төп герой- Сөмбөләне ҡаршыланылар. Балалар һәм йәштәр өсөн күңелле конкурстар ойошторолдо. «Иң ҙур уңыш» конкурсы һәм аш-һыу блюдоларын татыу, айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Байрам йылы, дуҫтарса атмосферала үтте. ‼️Источник: https://vk.ru/wall-190129424_3219

    Открыть в MAX
    Просмотры
    579
    ER
    6,7%
    Реакции
    39