Перейти к содержимому

Пост канала

Ислам дине
  1. Аҡ көндәр ураҙаһы нимә ул?  Аҡ көндәр күктәге айҙың туп-тулы булған өс төнө. Һижри тәҡүим буйынса – ай уртаһы. Бын төндәр көн кеүек яҡты булғанға шулай атағандар. Һижри календарҙағы һәр айҙың 13, 14 һәм 15-се көндәрендә  нәфел ураҙаһын тотоу сөннәт булып тора. Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм Әбү Ҙәрр исемле сәхәбәгә: «Эй, Әбү Ҙәрр, һәр айҙа өсәр көн ураҙа тотһаң, 13, 14 һәм 15-се көндәрендә тот», — тигән. Был Аллаһ Илсеһенең сөннәте булып һанала.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 542
    ER
    2,1%
    Реакции
    33