Перейти к содержимому

Пост канала

Ислам дине
  1. Бәлә-ҡаза, йәбер-золом кешене һынау һәм һабаҡ өсөн бирелә Тормошта булып ҡына торған золомдо Аллаһ хупламай, хупламаһа ла бәлә-ҡазаларҙы туҡтатып та тормай. Кешегә улар һынау һәм һабаҡ өсөн бирелә. Сөнки үҙенең уйлай белмәүе, уйларға ла теләмәүе сәбәпле кеше үҙенә лә, кешеләргә лә зыян килтереп кенә тора.      ” Үҙенә үҙе игелек теләп кенә торған кеүек кеше бит ул үҙенә үҙе яманлыҡ та теләп ҡуя. һәр ваҡыт ул ашығып барыусан”, — ти Ҡөрьән.                                       «Әл-Исра”,»Төндәге күсереү” сүрәһе, 11-се аят.      ”Әгәр ҙә Аллаһ үҙ ҡолдары ашыға-ашыға игелек көткән кеүек итеп уларға яза биреүҙе лә ашыҡтырыр булһа, ғүмерҙәре үтер-үтмәҫ уларҙың әжәлдәре лә етеп кенә торор ине”.                               "Юныс” сүрәһе, 11-се аят.      Кешеләрҙе алдап, хыянатҡа барғанда: ”Быны эшләүгә ҡарағанда үлемем яҡшыраҡ йәки ялған һөйләр булһам, күҙем сыҡһын!”, — тигәндәр осрап ҡына торһа ла, үҙ рәхмәте менән Аллаһ яманлыҡҡа юл ҡуймай.      Сөнки ”Аллаһтың үҙ теләгенән башҡа әҙәм башына бер ниндәй насарлыҡ килмәҫ. Ул — беҙҙең яҡлаусы. Шуға күрә һәр эштә Аллаһтың үҙенә һәр эштә Аллаһтың үҙенә генә тәүәккәлләгеҙ».                 "Тәүбә” сүрәһе, 51 -се аят.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 199
    ER
    2,1%
    Реакции
    25