Пост канала
«Аллаһты иҫкә алмайынса оҙаҡ һөйләшмәгеҙ» Ҡайһы ваҡыт урамда ғына баҫып тороп, бер сәғәт буйы һөйләшәбеҙ. Бер хәҙистә: «Аллаһты иҫкә алмайынса оҙаҡ һөйләшмәгеҙ. Эсендә Аллаһ иҫкә алынмаған оҙон хәбәр йөрәктең ҡатылығына килтерә, ә кешеләр араһынан Аллаһтан иң йыраҡ булғаны – ҡаты йөрәкле кеше» – тиелгән. (Әт- тирмиҙи риүәйәт итте). Икенсе бер хәҙистә: «Кеше иртәнсәк торғанда уның бөтә ағзалары ла телгә өндәшә һәм: “ Беҙҙең өсөн Аллаһтан ҡурҡ – беҙ һиңә бәйле. Әгәр төҙ булһаң, беҙ ҙә төҙ булырбыҙ, ә ҡыйшайһаң, беҙ ҙә ҡыйшайырбыҙ” – ти «Әт-тирмиҙи риүәйәт итте, Әл- Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы.
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 142
- ER
- 2,5%
- Реакции
- 28