Перейти к содержимому

Пост канала

Ислам дине
  1. Асыуланғанда нимә эшләргә? Аллаһтың Рәсүле (صلى الله عليه وسلم) бер ҡасан да үҙе өсөн, йәғни нәфсе өсөн асыуланмаған. Хәҙистәрҙә әйтелгән уның асыуланыу осраҡтары тик бер сәбәптән генә булған – әгәр ислам диненең теге йә был ҡушыуы үтәлмәһә... Шулай ҙа беҙ, ябай кешеләр, асыулана башлаһаҡ, беҙгә нимә эшләр кәрәк? Пәйғәмбәребеҙ (صلى الله عليه وسلم) быға ҡаршы бик күп саралар өйрәтеп ҡалдырған. Шуларҙың ҡайһыларын әйтеп үтәйек. ✔️ Ҡөрьәндә: «Әгәр Шайтан тарафынан булған берәй төрлө ҡотҡоға тарыһаң, Аллаһҡа һыйын, Ул Ишетеүсе һәм Белеүсе!» («Кәртәләр» сүрәһе, 7: 200 аят) – тиелгән. Көслө бер хәҙистә әйтелгәнсә, асыуланған кеше «Әғү́ҙү биллә́һи ми́нәш-шәйта́нир-раджи́м» («Аллаһҡа ләғнәт ителгән Шайтандан һыйынам») – тиһә, ул тыныслана. ✔️ Тағы бер хәҙистә әйтелгәнсә, «Кемегеҙҙер асыуланһа, шымһын!». (Имам Әхмәт риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). ✔️ Шулай уҡ бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (صلى الله عليه وسلم): «Әгәр берегеҙ асыуланып китһә һәм аяҡ өҫтө торған булһа, ултырһын. Әгәр асыуы баҫылмаһа, ятһын». (Имам Әхмәт риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Был хәҙисте Әбү Ҙәр риүәйәт иткән. Бер көн ул асыуланған мәлендә тәүҙә ултырған, шунан ятҡан; унан бының сәбәбен һорағастар, ул әлеге хәҙисте әйтеп биргән. ✔️Асыуланған ваҡытында үҙ-үҙен ҡулда тотоп, нәфсен еңә алған кеше – көслө кеше тигән хәҡиҡәтте онотмау. «Көслө булыу – кемделер көрәштә еңә алыу түгел. Көслө кеше – үҙен асыуланған ваҡытта тота белеүсе кеше». (Әл- Бүхари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр). ✔️Пәйғәмбәребеҙ (صلى الله عليه وسلم) беҙгә бөтә ҡыйын хәлдәрҙә лә доға ҡылырға өйрәткән. Асыуланған ваҡытта кәрәкмәгән һүҙҙәр һөйләмәҫ өсөн, ошо доғаны әйтер кәрәк: «Асыуланған сағымда ла, риза булған сағымда ла ихлас һүҙ әйтеүемде һорайым!». (Әхмәт, Ән-Нәсәи, Әл-Хәким имамдар риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Ғөмүмән, асыуын баҫа алған кешегә ҙур әжер-сауаптар әҙерләнгәнен иҫтә тотоп, беҙҙе көтөп торған йәннәтте һәм ундағы ниғмәттәрҙе юғалтмаҫҡа тырышыр кәрәк: «Кем үсен ҡандыра алып та асыуын баҫһа, шуны Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ Тәғәлә бар халыҡ алдында саҡырып алыр һәм Хүрүл-Ғин – йәннәт ҡатындарынан – теләгәндәрен һайлап алырға ҡушыр», – тигән бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (صلى الله عليه وسلم). (Әбү Дәүд, Ибн Мәджәһ, Әт-Тирмиҙи, Әхмәт имамдар риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «яҡшы» тип баһаланы).

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 065
    ER
    1,7%
    Реакции
    18