Перейти к содержимому

Пост канала

Ислам дине
  1. Зинанан һаҡланыу саралары Зинаның күбәйеүе – Ҡиәмәт көнө ғәләмәттәренең береһе. Был күренеш беҙҙең көнөбөҙҙә киң йәйелде, һәм унан һаҡланыу юлдарын беҙгә Аллаһ Тәғәлә үҙе һәм Уның илсеһе аңлатып ҡалдырҙы. Шул һаҡланыу сараларҙың ҡайһы берҙәрен әйтеп үтәйек: 1) Әгәр өйләнеү маҡсаты булмаһа, мосолман кеше сит ҡатындарға ҡарарға тейеш түгел. «Иман килтергән ир кешеләргә әйт: улар (тыйылғандан) ҡараштарын борһондар һәм оят ерҙәрен һаҡлаһындар, был – улар өсөн таҙараҡ». («Нур» сүрәһе, 24:30). Алдараҡ әйткәнебеҙсә, зинаға яҡынлашыу нәҡ шул ҡараштан башланып китә лә инде. 2) Мосолман ҡатындары өйҙәре һәм ғаиләләре тураһында күберәк уйланырға тейеш, ә тышҡа сығып, сит ирҙәр өсөн биҙәкләнеп йөрөргә тейеш түгел. «Үҙ өйҙәрегеҙҙә тороғоҙ, әүәлге наҙанлыҡ заманындағы кеүек биҙәкләнмәгеҙ, һәм намаҙ ҡылығыҙ, зәкәт түләгеҙ, Аллаһҡа һәм Уның рәсүленә буйһоноғоҙ». («Фирҡәләр» сүрәһе, 33:33). 3) Өйләнеүҙе һуңға ҡалдырмау. Пәйғәмбәребеҙ (صلى الله عليه وسلم) йәштәргә төбәп шулай тигән: «Эй, йәштәр төркөмө! Кемегеҙ никахты үҙ өҫтөнә ала алһа, өйләнһен!» («Әл- Бухари» һәм «Мүслим» йыйынтыҡтарынан) 4) Беҙҙең заманда ҡатындар менән сит ирҙәр йыш аралаша һәм бер урында яңғыҙ ҡалалар. Әммә пәйғәмбәребеҙ (صلى الله عليه وسلم) беҙҙе был ҡурҡыныс нәмәнән иҫкәрткән: «Ир менән ҡатын бер урында ҡалһалар, уларҙың өсөнсөләре шайтан булыр!» (Әт-тирмиҙи риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Зина тураһында башҡа аяттар һәм хәҙистәр ҙә бар, ләкин уйланған кеше өсөн ошолары ла етерлек. Барыбыҙҙы ла Аллаһ Тәғәлә тура юлдан ғына алып барһын, гонаһ-хаталарҙан һаҡлаһын.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 165
    ER
    2,3%
    Реакции
    27