Перейти к содержимому

Пост канала

Ислам дине
  1. Зина - оло гонаһ Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә: «Һәм зинаға яҡын килмәгеҙ, был – бысраҡлыҡ һәм боҙоҡ юл!» («Төндә күсереү» сүрәһе, 17:32), – тип бойорған. Кеше зина гонаһына барып етер өсөн бер нисә юл үтә: иң тәүҙә ул ниндәйҙер ҡатынға йәки ир-егеткә күҙ һала, шунан һүҙ ҡуша, шунан уның менән һөйләшә башлай, шунан һуң ғына улар осрашырға һүҙ бирешә... Былар барыһы ла – нәҡ ошо «зинаға яҡынайыу» ҙа инде. Бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (صلى الله عليه وسلم) зина ҡылыусы кеше тураһында шулай тигән: Уйнашсы зина ҡылған ваҡытында мөьмин булмаҫ «Әл-Бухари» һәм «Мүслим» йыйынтыҡтарынан.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 028
    ER
    1,3%
    Реакции
    13