Пост канала
Нисек доға ҡылырға? 1. Доға ҡылғанда Аллаһтың яуабында шикләнергә ярамай. Яуап ниндәй генә төрҙә булмаһын, ул буласаҡ. Был донъяла беҙ уны күрмәһәк тә, әхирәттә күрәсәкбеҙ, ин шәә Аллаһ! 2. Теләгебеҙҙе өс тапҡыр ҡабатлаһаҡ яҡшыраҡ булыр. Был – пәйғәмбәрҙең (صلى الله عليه وسلم) сөннәте. 3. Доға ҡылғандан һуң «әмин Аллаһтан һораған инем, ләкин яуап булманы», тип әйтергә ярамай. Был һүҙҙәр кешенең доғаһын юҡҡа сығара. 4. Доғаның ҡабул була торған урындары, ваҡыттары, хәлдәре була. Мәҫәлән – сәфәр, ямғыр, ураҙанан ауыҙ асҡанда, нахаҡҡа рәнйетелгән ваҡытта, хаджда Арафат тауында ... 5. Доға ҡылғанда үтә ныҡ шым һөйләргә, үтә ныҡ ҡысҡырырға ла ярамай. 6. Доғаны Аллаһ Тәғәләгә хәмд (маҡтау) әйтеү, пәйғәмбәргә (صلى الله عليه وسلم) салауат килтереү менән башлар кәрәк. 7. Доғаһының ҡабул булыуын теләгән кеше тик хәләл ризыҡ ашарға, хәләл кейем кейергә, рәнйеткән кешеләре менән хәләлләшергә һәм тәүбә ҡылырға тейеш. 8. Доға ҡылғанда ҡибла яғына ҡарап ҡулдарҙы күтәреп ултырыу йә тороу хуп күрелә.
Открыть в MAX- Просмотры
- 991
- ER
- 1,9%
- Реакции
- 19