Перейти к содержимому

Пост канала

Ислам дине
  1. Күпме әйтеү яҡшыраҡ? Мәүлит айында салауатты күпләп әйтеү, мөмкин тиклем бәйғәмбәрҙе (с.ғ.с.)  ҙурлау ғәҙәткә инә бара. Башҡортостаныбыҙҙа ла  Аллаһы Тәғәләнең илсеһенә (с.ғ.с.)  күңелендә оло мөхәббәт йөрөткән, туҡтауһыҙ уға салауат әйтергә тырышҡан мөс­лимәләребеҙ арта бара. Бер нисә йыл элек Чечня Башлығы Рамзан Ҡадиров Мәүлит айында илендәге һәр мосолманға 100 мең салауат әйтергә тәҡдим яһағайны. Төркиә, Дағстан ерҙәрендә  мөслимәләр был айҙа  хатта миллион салауат әйтергә өлгөрә икән. Ҡайһы берәүҙәр, бер айҙа шул тиклем салауат әйтеү мөмкинме, тигән һорау бирер. “Салләллааһу ғәләә Мүхәммәд”, “Аллаһуммә салли ғәләә сәййидинәә Мүхәммәд” тигән ҡыҫҡа салауаттарҙы әйткәндә, мөмкиндер. Ә беҙгә көн һайын күпме салауат әйтергә һуң? Бында инде шуны әйтә алабыҙ: һәр кем үҙенең иманы дәрәжәһендә тырышһын. Әммә ҡиәмәт көнөндә бәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) шәфәғәтен өмөт иткән һәр бер мосолман көнөнә 100 салауаттан да кәм әйтмәҫ. Һәр кем көсөнән килгәнсә арттыра ала, эшкә барғанда-ҡайтҡанда, ашарға әҙерләгәндә һәм башҡа төрлө эште үтәгәндә, күңелебеҙ менән уға йүнәлеп, бик еңел генә салауаттар әйтергә була. Юғарыла әйтелгәнсә, был салауаттар гонаһтар ғәфү ителеүгә, Аллаһы Тәғәләгә, бәйғәмбәргә (с.ғ.с.)   яҡынайыуға, әхлағыбыҙ яҡшырыуға, тормошобоҙҙа бәрәкәт артыуға  һәм тағы бик күп сауапҡа сәбәп буласаҡ. Шуға ла беҙҙең өләсәйҙәребеҙ уны яратып, күпләп әйткән, теленән төшөрмәгән. Беҙгә лә улар үрнәгендә бәйғәмбәребеҙгә (с.ғ.с.)  эйәрергә, салауат әйтеүҙе ихласлыҡ менән ғәмәлгә ҡуйырға, ҡиәмәт көнөндә уның шәфәғәтенә ирешергә насип булһын.                                                            Фатима ФӘТҠУЛЛИНА , Өфө ҡалаһының“Ихлас” мәсете эргәһендәге Вил Ҡазыйханов исемендәге Бөтә Рәсәй әхлаҡ мәктәбе етәксеһе.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 123
    ER
    2,2%
    Реакции
    25