Пост канала
Иң ҡыҫҡа салауат Мосолмандар сығыш яһағанда бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) исемен әйткән саҡта “салләллааһу ғәләйһи вә сәлләм” тигән һүҙҙәрҙе даими ҡуллана. Был нимәне аңлата? Әбү Һурайра (Алла унан риза булһын) исемле сәхәбәнән килгән хәҙистә ошондай һүҙҙәр бар. Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) былай ти: “Минең исемем сыҡҡан ваҡытта миңә салауат һәм сәләм әйтмәгән кешегә хәсрәт булһын!” Ғәли ибн Әбү Талиптан (р.ғ.) килгән икенсе хәҙистә түбәндәге һүҙҙәр бар: “Минең исемем сыҡҡан ваҡытта миңә салауат һәм сәләм әйтмәгән кеше – иң һаран кеше”. Йәғни донъяла иманлы бәндәләргә юл күрһәтеп, ике донъя бәхет-сәғәҙәтенә сәбәпсе булған, ун һигеҙ мең ғаләмгә рәхмәт итеп ебәрелгән һөйөклө рәсүлебеҙҙең исеме сыҡҡанда уға салауат һәм сәләм әйтмәгән кеше үҙен ҙур ниғмәттән мәхрүм итә, хәсрәткә һала, һаран тигән исемде күтәрә. Сөнки һәр бер мөьмин-мосолман өсөн бәйғәмбәр (с.ғ.с.) ата-әсәһенән, балаларынан, хатта кешенең үҙ йәненән дә өҫтөнөрәк дәрәжәлә. Беҙ уға сикһеҙ бурыслы. Шуға ла китаптарҙа, мөғәллим һәм хәҙрәттәр сығышында “салләллааһу ғәләйһи вә сәлләм” тигән салауат даими әйтелә, ҡыҫҡартып ул с.ғ.с. тигән билдә менән билдәләп үтелә.
Открыть в MAX- Просмотры
- 984
- ER
- 2,7%
- Реакции
- 27