Пост канала
Хаж менән ғөмрә нимәһе менән айырыла? Ғөмрә ғәрәпсәнән ғүмра, «кесе хаж» тип атала. Тәржемә иткәндә, «барып килеү», «күреп ҡайтыу» мәғәнәһен аңлата. Шәриғәт терминологияһында ғөмрә – Мәккә ҡалаһындағы Ҡәғбәтуллаһ мәсетенә барып, билдәле тәртиптә ғибәҙәт ҡылыу. Ҡөрьәндә «Әл-Бәҡара» сүрәһенең 196-сы аятында: «Аллаһ ризалығы өсөн хаж һәм ғөмрәне тулы рәүештә үтәгеҙ…», – тиелә. Хаж – исламдағы биш фарыздың береһе. Бәлиғ, үҙ аҡылында, сәләмәт булған мосолманға ғүмерендә бер тапҡыр хаж ҡылыу фарыз. Уны ҡылыу ваҡыты Зөлхизә айының 8-се көнөнән башланып, 12 се көнөндә тамамлана. Ә ғөмрә өсөн махсус ваҡыт билдәләнмәгән, шуның өсөн йыл дауамында үтәргә мөмкин. Имам Әбү Хәнифә әйтеүенсә, Ғәрәфә көнөндә, Ҡорбан байрамы һәм Тәшрик көндәрендә генә ҡылынмай. Ғөмрәнең дүрт фарызы бар: ихрам хәленә инеү, Ҡәғбәтулланы таүәф ҡылыу, Сафа менән Мәрүә тауҙары араһында йөрөп, сәғый ҡылыу, сәсте ҡыҫҡартыу йә ҡырыу. Уларҙың береһе үтәлмәһә лә ғибәҙәт үтәлмәгән тип һанала. Ғөмрә оло хаж кеүек һәр хәлле мосолманға фарыз итеп йөкмәтелмәһә лә, уны ҡылыу – бик сауаплы ғибәҙәт. Уны ҡылыуҙың махсус доғалары юҡ. Таүәф ҡылғанда, сәғый ваҡытында изге теләктәр теләргә, Ҡөрьән аяттары уҡырға, зекер әйтергә, истиғфар ҡылырға мөмкин. Ғөмрәгә төркөм менән барыуҙың уңайлығы – бөтә ғибәҙәт етәксе менән бергә үтәлә. Хажилар доға, зекер, салауаттарҙы һәм тәлбиәне (ләббәйк һүҙҙәрен) ҡолаҡсындар (наушник) аша радиогид артынан ҡабатлап йөрөй Ғөмрәлә башҡарылған дүрт фарыз хаж өсөн дә тейешле. Уларға өҫтәп ғәрәфә тауында булыу, Мина һәм Мөздәлифә үҙәндәрендә көн, төн уҙғарыу, Джәмәрәттә шайтанға таш бәреү ҙә башҡарыла. Хаж менән ғөмрә – рухи ғибәҙәт кенә түгел, етди физик көсөргәнеш тә.Алдан әҙерләнгән кеше изге сәфәр ваҡытында үҙен күпкә ышаныслыраҡ тоя. Ул ҡайҙа барырға, ниндәй ғәмәлде нисек үтәргә кәрәклеген белә һәм төп иғтибарын ғибәҙәткә, доғаға һәм рухи торошона йүнәлтә ала.
Открыть в MAX- Просмотры
- 867
- ER
- 1,5%
- Реакции
- 13