Перейти к содержимому

Пост канала

Ислам дине
  1. Бурысҡа алып, хаж йәки ғөмрә ҡылырға яраймы? – Хажға йәки ғөмрәгә бурысҡа алынған аҡсаға барырға ярамай. Әгәр кешенең кредиты, ипотекаһы бар икән, иң тәүҙә шул бурыстарын ҡайтарыу тураһында уйлаһын. Хажға барыу өсөн аҡсаң хәләл юл менән табылған булырға тейеш, – тип аңлата Зөһрә Вәкил ҡыҙы. Шулай уҡ кеше хажҡа киткәндә ғаиләһен дә уйларға тейеш. Мәҫәлән, ғаилә башлығы изге сәфәргә юлланһа, ҡатынына һәм балаларына үҙе ҡайтҡансы йәшәрлек аҡса ҡалдырыуы мөһим. Әгәр ҙә кешенең хажға етерлек аҡсаһы юҡ, тик икенсе байыраҡ берәү үҙ аҡсаһына юллама алып бирә икән, бындай мөмкинлектән файҙаланырға була.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    856
    ER
    0,6%
    Реакции
    5