Пост канала
Туҡтауһыҙ әжер-сауап килеп торһон тиһәгеҙ ... Саҙаҡа- джәрийә хаҡында беләһегеҙме, дуҫтар? Ул кеше үлеменән һуң да туҡтауһыҙ сауап яҙыла торған саҙаҡа, мәрхүм булғас та, унан сикһеҙ әжер-сауаптар килеп торасаҡ ин шәә Аллаһ. Уға ниндәй эштәр инеүен түбәндә уҡығыҙ: ✔️Берәйһенә Ҡөрьән бүләк итегеҙ, ул уны уҡыған һайын һеҙгә лә әжер-сауаптар яҙылып торасаҡ; ✔️Кем дә кем мәсет төҙөтһә йәки ундағы төҙөлөш эшендә ҡатнашһа, ошо эшкә нимәлер сарыф итһә, кешеләр намаҙ уҡыған һайын уға әжер-сауап яҙыласаҡ. ✔️ Кем дә кем емеш ағасы ултыртһа, уның емештәрен кешеләр йәки ҡоштар ашаған һайын уға әжер-сауап яҙыласаҡ; ✔️Ауылығыҙҙа йәки башҡа берәй урында ҡоҙоҡ ҡаҙҙырығыҙ. Был һыуҙы кешеләр йәки хайуандар эскән һайын, һеҙ үҙегеҙ был донъяла күптән булмаһағыҙ ҙа, әжер-сауап яҙылып торасаҡ. ✔️Йәмәғәт урынында ағас ултыртығыҙ. Берәй кеше йәки хайуан уның күләгәһендә ултырған һайын һеҙгә әжер-сауаптар килеп торасаҡ. ✔️Ислам дине тураһында дөрөҫ һәм файҙалы китаптар менән бүлешегеҙ. Әгәр берәйһе уларҙы тормошта үҙе файҙаланһа йәки балаларына, яҡындарына өйрәтһә, һеҙ ҙә бының өсөн әжер-сауаптар алып торасаҡһығыҙ. ✔️Кем дә кем үҙе өсөн доға ҡылыусы бала тәрбиәләп ҡалдырһа, уға әжер-сауап яҙыла. ✔️Юл, күпер һалдырыу, хәстәхана төҙөтөү кеүек эштәргә лә әжер-сауап яҙыла. Тик быны кешеләр маҡтаһын өсөн түгел, Аллаһ ризалығы өсөн тип, дөрөҫ ниәт менән эшләгеҙ!
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 376
- ER
- 1,7%
- Реакции
- 24