Пост канала
Ғөшөр саҙаҡаһын еләк-емештән ҡайнатма, йәшелсәләрҙән салаттар рәүешендә бирергә буламы? Улай тағы ла яҡшыраҡ, әҙерләнгән баҡса ниғмәттәре боҙолмай, уларҙы оҙаҡ ваҡыт һаҡлап була. Ғөшөрҙө туғандарға бирергә яраймы? Мохтаж туғандар булһа, ярай. Ләкин баҡсанан алынған уңышты, күстәнәс итеп, бай йәки урта хәлле туғандарыңа биреү ғөшөр саҙаҡаһы булып ҡабул ителмәй. Был күстәнәс булып һанала. Саҙаҡа мохтаж кешеләргә бирелеүен беҙ аңларға тейешбеҙ, ул ауыр хәлдәге кешегә ярҙам күрһәтеү булып һанала. Ундай туғаның булһа, ғөшөр саҙаҡаһы биреү сауаплы. Мөмкинлегең була тороп та әлеге саҙаҡаны бирмәү – гонаһ. Уны биреүҙән ҡурҡмағыҙ, Аллаһы Тәғәлә беҙ биргән саҙаҡабыҙҙы күберәк итеп ҡайтарасаҡ.
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 064
- ER
- 2,4%
- Реакции
- 26