Пост канала
Хәмер ағыу ул Аллаһ Тәғәлә хәмер эсеүселәргә теге донъяла нимә вәғәҙә итеп һәм ниндәй яза әҙерләгән һуң? Күптәрегеҙ, бәлки, белмәйҙер ҙә. Хәмер тигән һүҙҙе ғәрәпсәнән башҡортсаға әйләндерһәк, “ағыу” тигән мәғәнәлә. Хәмергә бар төрлө иҫерткес эсемлектәр инә. Спирт төрҙәренән — барыһынан алып, һыра (пиво) һәм бал (брага) тигән бар иҫерткес нәмәләр. Күптәр “культурно” эсәбеҙ, беҙ алкаш түгел тип ҡуҡырайып, араҡы эсеүен туҡтатмай. Кемгәлер әйтһәң, бер йотом эсһәң нимә була, күп эсмәйем дә инде тип, үҙеңде яман күреп, әрләргә тотоналар. Тыуған көн, юбилейҙар, туйҙарҙарҙы береһенән-береһе ярышып эске менән уҙғаралар. Бына шулай әхлаҡ, имандарын юғалталар. Беҙҙең ата-әсәләр ҙә эскәндәр бит тип һылтаныусылар ҙа бар.
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 038
- ER
- 1,3%
- Реакции
- 13