Перейти к содержимому

Пост канала

Ислам дине
  1. Ҡунаҡтарҙы һыйлау, ашау-эсеү әҙәбе ✅Ризыҡты уң яҡтан, йәғни аят уҡыусы кешенән башлап һәм уның уң яғынан бүтән ҡунаҡтарға өләшергә. ✅ Әгәр ҡунаҡтар араһында йәше яғынан өлкән йәки хөрмәткә лайыҡлыраҡ кеше булһа, унан алда ашай башламау. ✅Ризыҡты (ит, ҡамыр аштары һ.б.) үҙеңә яҡыныраҡ торғанды алып ашау. ✅Ашап-эскәндә һөйләшеп ултырыу мөмкин, ләкин ғәйбәт һөйләү тыйыла, был ҙур гонаһтарҙың береһе (Мүслим). Ғәйбәт һөйләнгән мәжлесте Аллаһы Тәғәлә ҡабул итмәй. ✅Ҡунаҡтарҙың нисек ашап-эсеп ултырғандарын ҡарап тороу әҙәпһеҙлек булып һанала. ✅Ҡунаҡтарҙы хәрәм ризыҡтар менән һыйламау. Сөнки кешенең ҡырҡ көн буйына доғаһы ҡабул булмаҫ, тигән пәйғәмбәребеҙ с. ғ. с.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 050
    ER
    1,5%
    Реакции
    16