Перейти к содержимому

Пост канала

Башкирская гимназия
  1. фото

    Бөгөн Малаяҙ башҡорт гимназияһының 5-се һәм 8-се «А» класы ҡыҙҙары хеҙмәт дәресендә стилләштерелгән милли биҙәүес әҙерләне. ✅Дәрес барышында уҡыусылар башҡорт милли кейеменең айырылғыһыҙ өлөшө булған төрлө биҙәүестәрҙең тарихы, әһәмиәте һәм төрҙәре менән танышты. ✅ Лилиә Хәмиҙулла ҡыҙы менән Айгөл Жәүил ҡыҙы уҡыусыларға биҙәүес эшләүҙең төп алымдарын, биҙәк ҡороу, төҫтәр һайлау, туҡыма һәм биҙәүестәр менән эш итеү серҙәрен асып күрһәтте. Һәр уҡыусы үҙ ҡулдары менән стилләштерелгән биҙәүес өлгөһөн эшләп, башҡорт халҡының бай мәҙәни мираҫына тәрәнерәк төшөнөү мөмкинлеге алды. ✅Был дәрес уҡыусыларҙа милли мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу уятыуға, ижади һәләттәрен үҫтереүгә һәм үҙ халҡының рухи байлығын тойомлауға булышлыҡ итте. #учусьвнациональномкостюме #милликейемдәуҡыйбыҙ #МиллиКейемКөнө2026

    Открыть в MAX
    Просмотры
    395
    ER
    2,3%
    Реакции
    9