Пост канала
- фото
🏃♀️➡️Йүгереү — сәләмәтлек һәм изгелек аҙымы! 🏃♀️✨20-се гимназияның өлгө алырлыҡ уҡытыусылары менән ғорурланабыҙ! 🏃♀️➡️✨13 сентябрҙә үткән, 12-се Өфө халыҡ-ара марафоны сиктәрендә уңышлы ойошторолған «Ярҙамға йүгерәм» («Бегу — помогу») хәйриә акцияһында беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ ҙа ҡатнашты:⭐️Юлиә Радмил ҡыҙы (физкультура уҡытыусыһы) — 10 саҡрымлыҡ дистанцияға йүгерҙе! ⭐️Әлимә Дамир ҡыҙы ( уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары) — 5 саҡрымлыҡты үтте. Уҡытыусыларыбыҙ үҙҙәренең ихтыяр көсөн һынап ҡына ҡалманы, ә изге хәйриә эшенә лә тос өлөш индерҙе. Улар — сәләмәт йәшәү рәүешен алға этәреүсе дуҫтарыбыҙ, уҡыусыларыбыҙ өсөн оло өлгө!Йүгереүселәребеҙгә ҡоростай сәләмәтлек, яңы спорт бейеклектәре теләйбеҙ! Спорт менән дуҫлығығыҙ дауамлы булһын! 💪🔥#20гимназия #егерменселәр #ӨфөМарафоны #ЯрҙамғаЙүгерәм #СәләмәтЙәшәүРәүеше #БегуПомогу #Уҡытыусылар
Открыть в MAX- Просмотры
- 516
- ER
- 7,2%
- Реакции
- 37