Пост канала
- фото, видео
🍁 Бөгөн беҙҙең гимназияла традицион көҙгө йәрминкә - уңыш, ижад һәм дуҫлыҡ байрамы үтте. Һәр кластың ата- әсәләр менән бергә әҙерләгән өҫтәлдәре көҙ бүләктәренән һығылып тора ине: йәшелсә, емеш- еләктәрҙе, тәмлекәстәр, һөт ризыҡтарын, күҙҙең яҡын алырлыҡ гөл- сәскәләр һәм башҡа тәм - томдарҙы барыһы ла ихлас һатып алды. Ҡул эштәре һәм төрлө сувенирҙар ҙа бар ине йәрминкәлә. 🍁 Балалар бер көнгә ысын сауҙагәрҙәргә әйләнде: ҡунаҡтарға үҙ тауарҙарын маҡтап- маҡтап һөйләнеләр, һатыулашып та алдылар. Сағыу милли кейемдәр, ҡурай һәм гармун моңдары байрамға йәм өҫтәне. Йәрминкә барышында МХО- ла булған һалдаттарға гуманитар ярҙам акцияһы ойошторолдо. 💛 Алтын көҙҙөң матур байрамында ҡатнашҡан ата-әсәләргә, уҡытыусыларға, уҡыусыларға ҙур рәхмәтлебеҙ! Донъяларыбыҙ тыныс, күк йөҙө бөгөнгөләй гелән аяҙ булһын!☀
Открыть в MAX- Просмотры
- 375
- ER
- 4,5%
- Реакции
- 17