Пост канала
- фото
💐 Бөгөн гимназиябыҙҙа яңы уҡыу йылы башланыуға арналған Белем байрамы бик тантаналы үтте. Йәйге ялдарҙан һуң уҡыусылар яңы көс туплап дәртләнеп, уҡытыусыларын, класташтарын һағынып килде. Белем байрамына хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ: ветеран - уҡытыусы Суфьянова Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы, "Тирмәкәй" башҡорт балалар баҡсаһы директоры Бүләкбаева Таңсулпан Нуритдин ҡыҙы, " Урал" гәзитенең баш мөхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова, " Гүзәл" туҡымалар салоны директоры Резеда Рифғәт ҡыҙы Сайдарова саҡырылды. Бөгөн хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ күп булды: Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының беренсе урынбаҫары Яримов Альберт Марат улы, социаль мәсьәләләр буйынса ҡала һәм район хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөлфиә Басыр ҡыҙы Ғәлийәнова, Мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Польщикова Нелля Рафкатовна гимназияны ҡарап сыҡтылар. 💐Быйылғы уҡыу йылында 31 беренсе класс уҡыусыһы тәүге тапҡыр белем иленә аяҡ баҫты. Гимназия директоры Зилә Рәхим ҡыҙы Миңгәрәйева барыһын дә байрам менән ҡотлап, белемдең әһәмиәтен, уҡытыусыларҙың хеҙмәтен, ата- әсәләрҙең мәктәп тормошондағы ролен айырым билдәләне һәм уңыштар теләне. 💫 Яңы уҡыу йылы 5 "б" һәм 6" а" кластары өсөн иҫтәлекле булды: улар шайморатовсылар сафын тулыландырһа, 7 - се класс уҡыусылары Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының кадет класында уҡыясаҡ. Байрамға килгән ҡунаҡтар ҙа изге теләктәрен еткерҙе.Ун беренсе класс уҡыусылары беренселәргә мөғжизәле белем иленең асҡысын тапшырҙы. Матур итеп шиғырҙар һөйләне беренселәр. Гимназистарыбыҙ сараны йәмләп, йырланы ла, бейене лә. 💫 Тәүге ҡыңғырауҙың моңло сыңы күңелдәрҙе елкендереп, яңы уҡыу йылының башланыуын хәбәр итә. Уңыштарға, ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булһын ул, донъяларыбыҙ имен торһон!Белем байрамы менән!✨
Открыть в MAX- Просмотры
- 383
- ER
- 5,7%
- Реакции
- 22