Перейти к содержимому

Пост канала

МАОУ «Башкирский лицей № 136 имени М.Искужина» г. Уфы
  1. фото

    🎵1 октябрь көнө лицейыбыҙҙа Башҡортостан Республикаһының дәүләт ҡурайсылар ансамбле ҡатнашлығында тылсымлы концерт ойошторолдо! Был матур сара бер үк ваҡытта бер нисә мөһим һәм күркәм байрамды үҙенә берләштерҙе. 🗓 Беренсенән, 1 октябрь — Халыҡ-ара ололар көнө. Көҙҙөң был йылы көнөндә беҙ оло быуын вәкилдәренә — яратҡан өләсәй-олатайҙарыбыҙға, хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙға тәрән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. 🎼 Икенсенән, был көн бөтә донъяла Халыҡ-ара музыка көнө булараҡ билдәләнә. Музыка — сиктәрҙе белмәгән, күңелдәрҙе берләштергән оло көс. Ҡурайсылар ансамбле башҡарыуындағы боронғо оҙон көйҙәр һәм заманса йырҙар тамашасыларҙы ысын музыка сәнғәтенең үренә алып менде.🌿 Бынан тыш, был осрашыу республикабыҙҙа яҡынлашып килгән байрамға — Ҡурай көнөнә тамашасыларҙы рухи яҡтан әҙерләне. Милли ғорурлығыбыҙ булған ҡурай ҡоралының бөйөклөгөн йәш быуынға еткереү — бөгөнгө көндә иң мөһим бурыстарҙың береһе. ✨Фольклор ҡомартҡыбыҙҙы һаҡлаусы һәм үҫтереүсе ҡурайсылар ансамбленә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм яңы ижади уңыштар теләйбеҙ! Ныҡлы сәләмәтлек, ил тыныслығы һәм һәр өйҙә ҡурай моңо тынмауын теләйбеҙ! 🕊✨

    Открыть в MAX
    Просмотры
    376
    ER
    2,4%
    Реакции
    9