Пост канала
Рәсәйҙә Атай көнө октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә һәм 2021 йылдың 4 октябрендә Владимир Путиндың Указына ярашлы рәсми статус ала. Атай ул – ғаиләнең терәге һәм таянысы. Атайлы бала арҡалы, яҡлаулы булып, үҙ көсөнә ышанып үҫә. Атайҙар көнө айҡанлы беҙҙең балалар баҡсаһында ҡыҙыҡлы, фәһемле тематик эшмәкәрлектәр ойошторолдо. Балалар тәрбиәсенең байрам тарихы тураһында һөйләгәндәрен ҡыҙыҡһынып тыңланылар, "Минең атайым барыһынан да яҡшыраҡ” темаһына әңгәмә үткәрелде. Әңгәмә һуңында тәрбиәләнеүселәр атайҙарына үҙ ҡулдары менән открыткалар әҙерләп, уларға күңел йылыһын, ҙур һөйөүен һалдылар.
Открыть в MAX- Просмотры
- 12
- ER
- —
- Реакции
- —