Пост канала
10 октябрҙә Республикабыҙҙа Ҡурай көнө – Башҡортостандың иң сағыу символдарының береһенә арналған байрам билдәләнә. Ҡурай — башҡорт халҡының тарихы һәм моңо. Бөгөн беҙҙең балалар баҡсаһында ҡурай көнөнә арналған тематик дәрес үтте. Балалар Башҡортостандың ете мөғжизәһе менән таныштылар, мөғжизәләрҙең береһе ҡурай булыуын, ҡурай рәсеменең Республикабыҙҙың гербында, флагында ла булыуын, 7 таждың 7 ырыу берҙәмлеген символлаштырауын белделәр. Ҡурай һәм уны яһау серҙәре менән танышып,моңло көйҙәрен тыңлап, ҡурай һүрәте эшләнеләр. Милли музыка ҡоралы менән танышыу аша балаларҙа Тыуған яҡҡа һөйөү, уның тарихына һәм йолаларына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләнә.
Открыть в MAX- Просмотры
- 13
- ER
- —
- Реакции
- —