Перейти к содержимому

Пост канала

МДОБУ д/с д.Кильдигулово
  1. Башҡортостан Республикаһы көнө менән! 🩵🤍💚 Бөгөн балалар баҡсаһында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған сара үтте. Маҡсат: балалар күңелендә илһөйәрлек хисен тәрбиәләү, Республикабыҙҙың мөһим байрамы менән таныштырыу. Беҙ балалар менән бергә Башҡортостан символикаһы менән яҡындан таныштыҡ-флаг һәм герб ҡараныҡ, уларҙың төҫтәре һәм элементтары нимәне аңлатҡаны тураһында әңгәмәләштек. Балалар гимн тыңланылар, һуңынан тәьҫораттар менән уртаҡлаштыҡ. Мәҙәниәт һәм ғөрөф‑ғәҙәттәр тураһында һөйләштек: көнкүреш, милли кейемдең үҙенсәлектәре, ҡыҙыҡлы йолалар тураһында әңгәмәләштек. Башҡорт орнаменты элементтары менән пластилиндан аппликация яһаныҡ."Башҡортостан Республикаһының флагын дөрөҫ йый", "Башҡортостан Республикаһының гербын дөрөҫ йый"дидактик уйынын һәм "Тирмә" музыкаль уйынын яратып уйнанылар. Кескәйҙәргә дәрес бик оҡшаны: улар белемдәрен арттырҙы һәм үҙ тәьҫораттарын ижади эштә сағылдырҙы. Бындай белем биреү эшмәкәрлеге Тыуған ер менән бәйләнеш тойоуҙа ярҙам һәм Ватаның менән һоҡланырға , ғорурланырға өйрәтә.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    11
    ER
    —
    Реакции
    —