Пост канала
Милли кейемдәрҙә — рухи асылыбыҙ Балаларҙа бәләкәйҙән халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, йолаларына һәм милли ҡиммәттәренә һөйөү тәрбиәләү бик мөһим. Бөгөн беҙҙең балалар баҡсаһында Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнөнә арналған матур сара үтте. Иртәнсәктән үк балалар баҡсаһы сағыу төҫтәргә күмелде: беҙҙең сабыйҙар матур башҡорт милли кейемдәрендә килде. Һәр кейем үҙенсәлекле ине - сағыу күлдәктәр, камзулдар һәм биҙәүестәр,сигелгән түбәтәйҙәр. Балалар өсөн ысын байрам ойошторолдо: тәүҙә дөйөм фото төшөү,ә һуңынан һәр бала иҫтәлеккә матур фотоға төштө. Тәрбиәсе Гөлсинә Таһир ҡыҙы балаларға башҡорт милли кейемдәренең, биҙәүестәрҙең мәғәнәһен аңлатты һәм ни өсөн был йолаларҙы һаҡлауҙың мөһимлеге тураһында һөйләне. Сара барышында балалар күргәҙмә ҡаранылар,«Түбәтәй», «Ҡурай» уйындарын,"Ҡурсаҡтарға милли кейем кейҙер" дидактик уйынын уйнанылар,«Кейемдәр тураһында» йомаҡтар систеләр. Беҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәр киләһе быуында сағылыш тапһын! Бөгөнгө көн балаларҙың үҙ халҡы тарихына ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарауын күрһәтте. Барығыҙҙы ла был матур байрам менән ҡотлайбыҙ! #УчусьВНациональномКостюме, #милликейемдәуҡыйбыҙ, #МиллиКейемКөнө2026 #ДеньНациональногоКостюма2026
Открыть в MAX- Просмотры
- 36
- ER
- —
- Реакции
- —