Перейти к содержимому

Пост канала

Ауыл уттары
  1. фото

    Күмертау ҡалаһында урынлашҡан «Прометей» спорт комплексында Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған һәм күренекле мәғрифәтсе, мөфтөй Ризаитдин Фәхретдинов иҫтәлегенә бағышланған милли «Көрәш» буйынса республика асыҡ турниры үтте. Турнирҙа Баймаҡ, Күмертау, Мәләүез, Ейәнсура, Бөрйән, Әбйәлил, Көйөргәҙе, Хәйбулла, Миәкә, Стәрлебаш һәм Әлшәй райондарынан иң көслө көрәшселәр ҡатнашты. Беҙҙең районды Юлдыбай спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре күрһәтте. Көсөргәнешле алыштар һөҙөмтәһендә беҙҙең көрәшселәр юғары наградаларға лайыҡ булды. Үҙҙәренең йәш һәм ауырлыҡ категорияларында көмөш миҙалды Григорий Бередников, бронза миҙалды Артем Горшенин яуланы. Шулай уҡ милли «Көрәш» тренеры Ришат Аҡкужин Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Ф.Н.Моратбаҡыевтың Рәхмәт хаты менән билдәләнде. Беҙҙең көрәшселәрҙе һәм уларҙың тренеры Ришат Ринат улын юғары һөҙөмтәләре менә ҡотлайбыҙ һәм артабанғы уңыштар теләйбеҙ!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    175
    ER
    2,3%
    Реакции
    4