Пост канала
- фото
👉Берҙәм эш һиҙелерлек һөҙөмтә бирә! Һәр ауылдағы халыҡ үҙ хеҙмәте, үҙ идеяһы, үҙ-ара татыулығы һәм берҙәмлеге менән алдыра👍 Бындай әүҙем команда кемдеңдер бойороуын, кемдеңдер үтенесен көтөп ултырмай, һәр уйланылған эште һә тигәнсә башҡарып ҡуя.💥 Яңыраҡ ошо битләүҙә Һабыр ауылы халҡының тап үҙҙәре башлап ебәргән изге эше тураһында хәбәр иткәйнек инде. Эйе, эйе, тап яҡташ батырҙары иҫтәлегенә бағышлап асыласаҡ аллея тураһында һүҙ бара👍 Ысын күңелдән һабырҙар менән һоҡланабыҙ❗ Бөгөн улар ошо эште атҡарып сығарҙы, кәртәләү һәм буяу эштәре тамам❗ Башҡарылған был эш халыҡтың үҙ идеяһы икәнен айырым билдәләге килә👍Уларҙың берҙәмлеге - КӨС❗ Быны улар тағы бер тапҡыр раҫланы❗ Аллея әҙер🤲 Яугир яҡташтары, Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған ата-олаталары хәтере яңырҙы🤲 Тиҙҙән ағастар ҙа ултыртасаҡ, һабырҙар. Афарин, уларға!
Открыть в MAX- Просмотры
- 179
- ER
- 6,7%
- Реакции
- 12