Перейти к содержимому

Пост канала

Газета «Осҡон» — Әбйәлил районы
  1. фото

    "Салауат" компанияһы "Урманды һаҡлайыҡ!" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә районда 4000 ҡарағай үҫентеһе ултыртты. Компания директоры Таһир Бәхтегәрәйев етәкселегендәге коллектив урман фондын һаҡлауға һәм арттырыуға үҙ өлөшөн индерҙе. - «Урманды һаҡлайыҡ!» экологик акцияһынан ситтә ҡала алманыҡ һәм бөтә коллектив менән тирә-яғыбыҙҙы йәшелләндереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индереүгә ҙур теләк менән сыҡтыҡ, - тинеТаһир Бәхтегәрәйев сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. - Экология хаҡында хәстәрлек күреү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш предприятие эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Ултыртылған ҡарағайҙар ныҡлы тамыр ебәреп,шаулап үҫеп китһен.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    291
    ER
    2,4%
    Реакции
    7