Пост канала
- фото
«Башҡортостан» дәүләт концерт залында иҫтәлекле байрам Өфөләге «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Рәсәй ветерандар союзының 70 йыллығына арналған тантаналы сара юғары кимәлдә үтте. Был мөһим ваҡиғаны ойоштороуҙа Әбйәлил районы яҡташтар ойошмаһы рәйесе Ләйсән Раббаданова ҙур көс һалды. Байрам кисәһен «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһының Әбйәлил районы филиалы вәкилдәре әүҙем ҡатнашты. Сәхнәлә алып барыусылар — «Ете ҡыҙ» ойошмаһы етәксеһе Зарина Йәнбирҙина менән «Сәләм» программаһы етәксеһе Наил Юнысов тамашасыларға күтәренке кәйеф бүләк итте. Концерттың биҙәге булып халыҡ һөйөүен яулаған билдәле артистарыбыҙҙың сығыштары торҙо. Римма Амангилдина, Александр Петров, Гөлсөм Бикбулатова, Тимур Рамазанов һәм Илнур Хибатулдин башҡарған йырҙар залды гөрләтте. Ветерандар өсөн ойошторолған был матур байрам һәр кемдең күңелендә йылы иҫтәлектәр ҡалдырҙы.
Открыть в MAX- Просмотры
- 268
- ER
- 0,7%
- Реакции
- 2