Перейти к содержимому

Пост канала

Газета «Осҡон» — Әбйәлил районы
  1. фото

    «БЕРЛЕК» ирекмәндәр төркөмө етәкселеге Айсар Илһамов, Радмир Әминев, Азамат Шәйәхмәтов һәм Динә апай Солтанова махсус хәрби операция зонаһынан гуманитар конвой менән килтерелгән трофейҙарҙан район тыуған яҡты өйрәнеү музейында мөйөш булдырыу маҡсатында уникаль трофейҙар тапшырҙы. Бында дрондар, самолет тибындағы пилотһыҙ осоу аппараттары, дошмандың шлемы һәм бронежилеты, танкыға һәм пехотаға ҡаршы ҡоролмалар, ҡылыс һ.б әйберҙәр ҡуйылды. Бынан тыш, музейҙа алғы һыҙыҡҡа оҙатылыусы маскировка селтәре, йылы толстовкалар һәм еңһеҙ кейемдәр, подшлемниктар һәм балаклавтар өлгөләрен күрергә лә мөмкин.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    331
    ER
    1,8%
    Реакции
    6