Перейти к содержимому

Пост канала

Газета «Осҡон» — Әбйәлил районы
  1. “Салауат” компанияһы экологик именлекте тәьмин итеү буйынса бурыстарын үтәүен уңышлы дауам итә. Бөгөн Белорет районының Ағиҙел ҡушылдығы Ҡағы йылғаһы буйындағы Ҡағы ауылы янында үткән экологик акцияла йылғаға 10 мең уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрелде. Сарала Башҡортостандың Ирҙәр ҡоро ойошмаһы етәксеһе Зариф Байғусҡаров, «Салауат» компанияһының эшмәкәрлеген контролдә тотоу буйынса күҙәтеү советы ағзалары, Белорет һәм Әбйәлил районы вәкилдәре ҡатнашты. -Социаль проекттарҙа ҡатнашыу менән бергә ағас-ҡыуаҡтар ултыртып, тирә-яҡты йәшелләндереү, йылға-күлдәрҙә балыҡ запастарын тергеҙеү кеүек тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау буйынса экологик акцияларҙа ҡатнашыуҙы дауам итәсәкбеҙ, - тине “Салауат” компанияһы директоры Таһир Бәхтегәрәев һәм акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    383
    ER
    0,3%
    Реакции
    1