Пост канала
- фото
Буласаҡ Арбатта эштәр ҡайнай Бөгөн бында бер туҡтауһыҙ эштәр алып барыла: биләмә таҙартыла, сүп-сар сығарыла. “Планда – шәп йәйәүлеләр зонаһы булдырыу: фотоға төшөү өсөн арт-объекттар, уңайлы эскәмйәләр ҡуйыу, йәшелләндереү эштәрен башҡарыу. Иң мөһиме – үҙәк майҙандағы сәхнәне шунда күсерергә теләйбеҙ. Ни өсөн? Бөтә байрамдарыбыҙ уңайлы үтһен өсөн. Һәр тапҡыр үҙәк юлды ябып тормаҫ өсөн, сөнки был водителдәргә лә, йәйәүлеләргә лә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Һәм шунда уҡ Яңы йыл шыршыһын ҡуйырға ниәтләйбеҙ! Беҙҙә улар икәү буласаҡ: береһе ғәҙәти урынында ҡаласаҡ, икенсеһе Арбатта балҡып торасаҡ”, тип яҙып сыҡты район башлығы Айрат Әминев үҙенең социаль селтәрҙәге битләүҙәрендә.
Открыть в MAX- Просмотры
- 368
- ER
- 3,0%
- Реакции
- 11