Пост канала
- фото
🌟 Милли кейем көнө - рухты нығытыусы сара. 🌟 💫 Милли кейем көнө - ата-бабаларҙан ҡалған рухи мираҫҡа ихтирам һәм хөрмәт менән ҡарарға өйрәткән байрамдарҙың береһе. 💫 🏫 М.Ғ.Рәхимов исемен йөрөткән Башҡорт гимназияһы уҡытыусылары һәм уҡыусылары был көндө көтөп ала. Быйыл да байрам сиктәрендә уҡыусылар өсөн күп төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторолдо. 📚 📖 Гимназияның туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары дәрестәрҙә байрамдың тарихы менән таныштырҙы, уның әһәмиәтен билдәләне. 🖋️ 🎉 Тәнәфестәрҙә үткәрелгән сараларҙа уҡыусылар милли кейемдәр буйынса белемдәрен арттырҙы. 👗🧵 🌸 Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Азаматова Руфина Юлай ҡыҙы менән Нурмөхәмәтова Физәлиә Кинйәғәли ҡыҙы үткәргән "Күңелле тәнәфес" ваҡытында уҡыусылар Башҡортостанда йәшәгән милләттәрҙең кейем атамаларын һәм биҙәнеү әйберҙәренең исемдәрен иҫкә төшөрҙө. 🎨 🖼️ Сағыу һүрәттәргә ҡарап, һәр милләттең кейемдәрендә булған үҙенсәлектәрҙе хәтерендә ҡалдырҙы. 💭✨
Открыть в MAX- Просмотры
- 524
- ER
- 1,5%
- Реакции
- 8